04:25 (UTC+5), 01 Июнь 2017

Баш ҡалала туҡталыштар «Wi-Fi»ға тоташтырыласаҡ һәм гаджеттарҙың көс йыйыу ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ

Өфө хакимиәте
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Тиҙҙән Өфө урамдарында гаджеттарҙың көс йыйыу USB-порттары, «Wi-Fi», яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү менән йыһазландырылған туҡталыш павильондары барлыҡҡа киләсәк. 31 майҙа «Башҡортостан ҡунаҡханаһы» йәмәғәт транспорты туҡталышында яңыртылған павильонды ҡуйыу һәм уны башлап ебәреү буйынса эштәр башланды. Республиканың баш ҡалаһында бөтәһе 60-тан ашыу заманса туҡталыш павильонын яңыртыу күҙаллана, тип хәбәр итте «Солнечный круг» компанияһының үҫеш буйынса директоры Рөстәм Хәйретдинов. Фирма киләсәктә Өфөлә яңы сервистар индереүҙе, атап әйткәндә, пассажирҙар тиҙ ваҡытта үҙ маршрутын ҡарай алһын өсөн карталар һәм схемалар менән интерактив таҡта ҡуйыуҙы күҙаллай.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Солнечный круг» компанияһы 2017 йылда туҡталыш павильондары менән бергә булған реклама конструкцияларын урынлаштырыу хоҡуғына уҙғарылған конкурста еңеп сыҡты. Компания белгестәре даими рәүештә павильондарҙың торошон күҙәтә: ремонт үткәреп, йыйыштырып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика