03:11 (UTC+5), 31 Мая 2017

Республикала Ғабдулла Туҡайҙың Өфөгә килеүенең 105 йыллығына арналған конференция үтте

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөнөң ижади йәмәғәтселеге бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың Өфөгә килеүенең 105 йыллығын билдәләне. Республика Башлығы хакимиәте, Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында «Башҡортостан Республикаһы татарҙары милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы «Туғандаш халыҡтарҙың әҙәбиәтендә быуындарҙың күсәгилешлелеге» икенсе бөтә Рәсәй конференцияһын уҙғарҙы. Әҙәби симпозиум Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтте.
«Туҡайҙың эҙҙәре күптән юғалған, әммә ул күңелдәребеҙҙә хәтерҙән сыҡмаҫлыҡ тәрән эҙ ҡалдырҙы. Ҡазан, Ырымбур, Силәбе ғалимдары бөгөн ошо бөйөк шағирҙың халыҡтарыбыҙ әҙәбиәтендәге ролен иҫкә алды, «Туҡай әҙәбиәттә» энциклопедияһының исем туйын уҙғарҙы. Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Альбина Хәйруллинаның китабы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул Туҡай тураһында башҡорт һәм татар шағирҙарының шиғырҙар йыйынтығын туплаған», — тип һөйләне Татарҙар милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Римма Үтәшева.
Бөйөк шағирҙың ижадынан ләззәт алырға Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Рустар соборы, Башҡорт ҡоролтайының Башҡарма комитеты вәкилдәре килде.
«Бөгөн шағир хаҡында хәтер милләтебеҙҙе берләштерә, ул дәреслектәрҙә лә, күп кенә ҡалаларҙың урам атамаларында ла һаҡланып ҡалған. Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыласағына ышанабыҙ», — тип өмөтөн белдерҙе Римма Үтәшева.
Конференция башҡорт һәм татар башҡарыусыларының концерты менән дауам итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика