05:55 (UTC+5), 31 Мая 2017

Рөстәм Хәмитов «Шифахана-2017» форумында ҡатнашыусылар менән шифахана-курорт тармағын яңыртыу мәсьәләләрен тикшерҙе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Милли курорт ассоциацияһы президенты Александр Разумов һәм Бөтә донъя һыу һәм климат менән дауалау федерацияһы (FEMTEC) президенты Умберто Солимене менән осрашты. Улар Өфөлә үткән «Шифахана-2017» Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашты. Осрашыуҙа шифахана-курорт тармағын яңыртыу, республика шифаханаларының эш һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләре тикшерелде.
– Бер яҡтан, беҙ ысынлап та ошо йәһәттән үҫешкән биләмә. Беҙҙә бер нисә бик шәп шифахана-курорт учреждениеһы: өлкәндәр өсөн туғыҙ, бер балалар шифаханаһы, профилакторийҙар бар. Күрһәткестәребеҙ һәйбәт. Шифахана-курорт комплексының әйләнеше яҡынса 4 миллиард һум тәшкил итте. Ял итеүселәрҙең һаны юғары, ҡайһы бер осорҙа ул 105-110 процентҡа етә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ләкин, икенсе яҡтан, хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Был тәү сиратта шифаханалар эшенә инвестицияларҙың етерлек булмауына, шулай уҡ республикабыҙҙа йәшәүселәр өсөн хаҡтың үтә юғарылығына бәйле. Әлеге көндә кадрҙар ҡеүәте лә баһалау талап итеүен аңлайбыҙ.
Республика Башлығы әйткән мәсьәләләр хаҡында һөйләгәндә, Александр Разумов, шифахана-курорт комплексы менән идара итеүҙең берҙәм төбәк системаһын булдырыу уларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итә алыр ине, тип билдәләне. Ул Алтай крайының «Курорт Белокуриха» шифаханалар селтәрен уңышлы миҫал итеп килтерҙе.
Белгес фекеренсә, шифаханаларҙа тейешле медицина документтарын тултырмайынса сәләмәт клиенттар йәки ғаилә ялы өсөн урындарҙы ла ҡарарға кәрәк. Russia.Travel милли туристик порталы һәм уның нигеҙендә булдырылған мобиль ҡушымта ошо йүнәлеште үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
Шул уҡ ваҡытта республика шифаханаларын аныҡ йүнәлештәргә бүлергә кәрәк. Был уларҙың эшләгән аҡсаһының күләмен һаҡларға мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостан шифаханаларының һөҙөмтәлелеген күтәреүҙең башҡа саралары иҫәбендә Милли курорт ассоциацияһы президенты ер һәм мөлкәт йәһәтенән һалым йөкләмәһен кәметеүҙе, шулай уҡ медицина учреждениеһының килемдәрен һәм сығымдарын аныҡ контролдә тотоуҙы атаны.
Умберто Солимене республика алдында килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең халыҡ-ара тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, ул медицина страховкалауы системаһын үҫтереүгә иғтибар бүлергә, шулай уҡ курортология өлкәһендә белгестәр әҙерләү менән шөғөлләнергә тәҡдим итте.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика