03:58 (UTC+5), 31 Мая 2017

Өфөлә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университеты балалар баҡсаһын аса

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты КотоффKids бәләкәй балалар баҡсаһын аса. Йыл әйләнәһенә унда юғары уҡыу йортонда белем алған студенттарҙың, магистранттарҙың, аспиранттарҙың һәм уҡытыусыларҙың 50 балаһы йөрөй аласаҡ. Баланы үҫтереү үҙәге Свердлов урамы, 51 адресы буйынса Башҡорт дәүләт педагогия университетының 2-се дөйөм ятағында урынлашасаҡ.
Ошо мәктәпкәсә учреждениела логопед, психолог бүлмәләре асыласаҡ, һынлы сәнғәт студияһы, бейеү түңәрәге, каратэ, йога секциялары һәм башҡалар эшләйәсәк.
Башҡорт дәүләт педагогия университетында билдәләүҙәренсә, балалар баҡсаһы программаһы заманса федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы итеп әҙерләнгән.
Бынан тыш, университет студенттары һәм уҡытыусылары иҫәбенә йәш ата-әсәләр үҙ сабыйы өсөн балалар баҡсаһы мәсьәләһен хәл итә аласаҡ, был үҙәк мәктәпкәсә белем биреү педагогтарын әҙерләү өсөн заманса майҙансыҡ буласаҡ. Үҙәк нигеҙендә студенттар ҙур эш тәжрибәһенә эйә булған тәрбиәселәрҙән үрнәк алып, уҡыу буйынса педагогик практика үтә аласаҡ.
1,5 йәштән 7 йәшкәсә балаларҙы заманса мәктәпкәсә белем биреү технологиялары көтә. Ул – мәктәпкә әҙерлек программалары, ижади, бөтә яҡтан үҫтереүсе түңәрәктәр, секциялар һәм студиялар. Шулай уҡ бында ғаиләләргә психологик һәм педагогик яҡтан ярҙам күрһәтеү, балаларға диагностика үткәреү, ата-әсәләр өсөн тренингтар, шәхси консультациялар ойоштороу, балаларҙың һәләтен асыу, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән коррекция эше алып барыу, мәктәпкәсә балалар өсөн байрамдар уҙғарыу ҡаралған.
Балалар баҡсаһын асыу ваҡыты иртәнге сәғәт 10-ға билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика