10:11 (UTC+5), 31 Мая 2017

Баш ҡала ихаталарында Мәскәүҙәге дауылдан һуң ағастарҙы ҡырҡалар

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Мәскәүҙәге ғәрәсәттән һуң Өфө властары ҡатмарлы һауа шарттарында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡарар итте: реклама таҡталары һәм ағастарҙың хәүефһеҙлеге тикшерелә.
Бөгөн, 31 майҙа, Мөбәрәков урамындағы 8-се йорттоң ихатаһында бейек ағастарҙың башын, уларҙың ботаҡтарын киҫәләр.
Эшселәр аңлатыуынса, ергә ауған осраҡта (әгәр Мәскәүҙәге кеүек ҡойон сыҡһа) тирә-йүндәгеләргә хәүеф тыуҙырған бейек ағастарҙы йығалар. Әгәр ағасты тулыһынса ҡырҡһаң, төбө тороп ҡала, һуңынан уны ҡуптарырға кәрәк, был иһә өҫтәмә көс. Яртылаш ҡырҡылған ағас матур булмаһа ла, кешеләргә хәүеф менән янамай.
Эштәр көндөҙ башҡарылды, был ваҡытта халыҡтың күбеһе эштә. Шуға ҡарамаҫтан, өйҙәгеләр урамға сыҡты. Уларҙың фекере төрлө.
Берәүҙәр быны ваҡытлы сара тип иҫәпләһә, икенселәр ҡырҡа ҡаршы.
«Ысынлап та, ҡоро һәм эйелеп торған ағастар бар. Көслө дауыл сыҡһа, уларҙың ауыуы ихтимал. Ләкин ни өсөн улар менән бергә башҡа һау ағастарҙы киҫергә?», — тип һораны йортта йәшәүселәрҙең береһе.
Уның һорауы яуапһыҙ ҡалды.
«Һуңғы йылдарҙа беҙҙә көслө елдәр сыға, шуға күрә ҡарт ағастарҙың ҡойон ваҡытында йығылғанын көтмәйенсә, уны ваҡытында юҡ итергә кәрәк», — ти эшселәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика