11:12 (UTC+5), 30 Май 2017

Төбәктә 37 меңгә яҡын туғыҙынсы класс уҡыусыһы рус теленән Төп дәүләт имтиханын тапшыра

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Уҙған аҙнала уҡыусылар өсөн имтихандар осоро башланды. 26 һәм 27 майҙа туғыҙынсылар сит телдән һынау тотто. Кисә ун беренсе класс уҡыусылары география һәм информатика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы. Бөгөн, 30 майҙа, туғыҙынсылар рус теленән Төп дәүләт имтиханын бирә.
Ошо мотлаҡ предмет буйынса тесты 37 мең самаһы уҡыусы яҙа. Һөҙөмтәләр яҡынса 10-12 көндән иғлан ителә.
Рус теленән төп дәүләт имтиханы өс өлөштән тора. Беренсеһе — изложение, уҡыусы тексты тыңлай һәм уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһен яҙа. Икенсеһе — тест формаһында. Өсөнсөһө — инша.
Эшкә 235 минут — дүрт сәғәт тиерлек (3 сәғәт 55 минут) ваҡыт бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика