12:51 (UTC+5), 30 Мая 2017

Башҡортостан юлдаш телеканалы тамашасылары Ауырғазы районындағы ҙур сүплектең фотоһын ебәргән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телеканалы тамашасылары Ауырғазы районының Терәпә ауылындағы ҙур сүплектең фотоһын ебәргән. Ул Күҙйылға буйында барлыҡҡа килгән. Ауыл халҡы хәбәр итеүенсә, бер урында бер юлы өс биләмәнең ҡалдыҡтары йыйыла. Биләмә кәртәләнмәгән, ә бөтә сүп-сар урындағы һыу ятҡылығына төшә, ул, үҙ сиратында, республиканың төп йылғаһын — Ағиҙелде бысрата. Терәпәлә йәшәүселәр бына алты йыл инде рөхсәтһеҙ сүплекте түҙергә мәжбүр, ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәттәр һәм үтенестәр уңышһыҙ тамамланған.
Башҡортостан юлдаш телеканалының яңылыҡтар хеҙмәтенең ижади төркөмө урынға юлланды.
«Көн һайын Терәпә ауылында йәшәгән Татьяна Антонова үҙенең участкаһы янында сүп-сар өйөмөнөң артыуын күҙәтергә мәжбүр. Унда нимә генә юҡ — көнкүреш предметтарынан алып зыяраттағы веноктарға тиклем. Сөнки сүп-сар ташлау өсөн берҙән-бер урын ауылдың эргәһендә урынлашҡан. Иң яҡын контейнерҙар район үҙәгендә генә. Ошо ваҡыт эсендә ҡалдыҡтар бер саҡрымға тиерлек һуҙылған. Ҡоро ботаҡтарҙан сыҡҡан төтөн янғынға сәбәпсе булыуы ихтимал», — тип һөйләне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Ильяс Батыргәрәев.
Ауыл хакимиәтендә ижади төркөмгә проблема хаҡында беләбеҙ һәм уны хәл итеү менән шөғөлләнәбеҙ, тип яуап биргәндәр. Әлеге мәсьәләнең нисек хәл ителеүен республиканың төп каналында яңылыҡтарҙың киләһе сығарылышында күрергә мөмкин.
«Әгәр һеҙ ғәҙәти булмаған күренешкә тап булғанһығыҙ икән, «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңылыҡтары» WhatsApp мессенджерына хәбәр ебәрегеҙ: 8-937-300-2023. Хәбәрселәребеҙ һәр осраҡты тиҙ арала асыҡларға әҙер», — ти «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика