Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2017, 17:51

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһынан китә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың монополияға ҡаршы ведомствоһының алыштырғыһыҙ етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева үҙ вазифаһынан китә. Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәр итеүенсә, был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ведомствоға 27 йыл етәкселек иткән чиновник үҙе белдергән. Вазифанан бушатылыу дәүләт хеҙмәте өсөн сикле йәшкә етеү менән бәйле.
Зөлфирә Аҡбашева Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп 2004 йылда тәғәйенләнде.
Ул — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Рәсәйҙең монополияға ҡаршы органдарының почетлы хеҙмәткәре, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнгән.
Читайте нас: