Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2017, 08:27
Өфө кешеләрҙән велосипед һынын төҙөп, донъя рекордын ҡуйҙы
«I Bike Ufa» төркөмө
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 28 майҙа Өфөләге «Динамо» стадионында күп халыҡ ҡатнашлығында ҙур велосипед һынын төҙөү буйынса Гиннес китабы өсөн донъя рекорды ҡуйылды. Һыуыҡ һауа торошона ҡарамаҫтан, меңләгән ҡала халҡы иртән иртүк стадионға йыйылды һәм ғәйәт ҙур велосипед фигураһына теҙелеп баҫты. Флешмобта ҡатнашыусыларҙан һыҙаттың сигенә сыҡмай биш минут дауамында ҡыбырламай тик тороу талап ителде.
Билдәләп үтергә кәрәк, алдан Silloth-on-Solway (Бөйөк Британия) ҡалаһы ошондай флешмобта ҡатнашыусыларҙың иҫәбе буйынса донъя беренселегенә эйә ине. Унда велосипедты һынландырырға бөтәһе 794 кеше йыйылған.
Автор:
Гөлфиә Акулова
Теги:
флешмоб
рекорд
велосипедсылар
велофестиваль
Читайте нас: