04:05 (UTC+5), 29 Мая 2017

Башҡортостанда бөгөн дүрт мең самаһы сығарылыш уҡыусыһы тәүге Берҙәм дәүләт имтиханын яҙасаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда бөгөн, 29 майҙа, дүрт мең самаһы сығарылыш уҡыусыһы тәүге Берҙәм дәүләт имтиханын – география һәм информатика буйынса тест яҙасаҡ. Был фәндәр һайлау буйынса, уларҙың һөҙөмтәләре аттестатҡа тәьҫир итмәй.
Башҡортостан Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, географияны – 900-ҙән ашыу кеше, информатика һәм ИКТ фәнен өс меңләгән уҡыусы һайлаған.
Берҙәм дәүләт имтиханын уҡыусылар 69 имтихандар уҙғарыу пунктында яҙасаҡ, уларҙа видокүҙәтеү алып барыласаҡ, имтиханда тәртипте йәмәғәт күҙәтеүселәре лә контролдә тотасаҡ. 39 аудиторияла Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусылар алдында контроль-иҫәпләү материалдары асыласаҡ, имтихандар тамамланғандан һуң бөтә эштәрҙе лә сканер аша үткәрәсәктәр.
Имтихан иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика