02:51 (UTC+5), 29 Мая 2017

Башҡортостанға йәнә йонсоу көндәр килде

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Рәсәйҙең Европа өлөшөнә көслө арктик циклон инә башлаған. Федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер ҡалаларҙа ял көндәрендә ҡар яуған, һауа температураһы ошо ваҡытҡа хас күрһәткестәрҙән байтаҡҡа түбән төшкән.
Республикабыҙ биләмәһендә лә ҡапыл һауа торошоноң боҙолоуы күҙәтелә. Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 28, 29 һәм 30 майҙа көслө ел сығыуы хаҡында иҫкәртә һәм урамдарҙа, юлдарҙа, биналарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра. Тәү сиратта белгестер электр селтәрҙәре һәм ҡорамалдарҙың, эске һәм тышҡы янғынға ҡаршы һыу тәьминәтенең төҙөклөгөн тикшерергә кәңәш итә. Урамда электр тапшырыу линиялары, ағастар, реклама таҡталары тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәрәк. Юлдарҙа иғтибарлы һәм абай булыу зарур. Янғын хәүефенең юғары булыуы һәм елдең көсәйеүе менән бәйле ҡәтғи рәүештә усаҡ, ҡоро үлән яндырыу тыйыла.
Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә уртаса һауа температураһы түбәнәйәсәк, тупраҡҡа ҡырау төшөү ихтималлығы ҙур. 29 майҙа +7,+12 градус була. 30 майҙа төндә урыны менән ҡырау төшә 0-5, көндөҙ 12-17 градус. Уртаса, урыны менән көслө ямғыр яуасаҡ.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, Европа биләмәһендәге төбәктәрҙә һыуыҡ һауа торошо оҙаҡ булмаясаҡ – аҙна аҙағына йылытасаҡ, әммә ямғырлы буласаҡ.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика