05:25 (UTC+5), 26 Мая 2017

Таможня хеҙмәткәрҙәре республика мосолмандары өсөн хаж ойоштороусыларға консультациялар бирҙе

Башҡортостан таможняһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан мосолмандары өсөн хаж ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеү буйынса эш осрашыуы булды. Уны Башҡортостан таможняһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Юрий Соколов һәм «Өфө» аэропортының таможня посы начальнигы Сергей Мельников үткәрҙе. Сарала Башҡортостанда хаж ойоштороусылар — «Урал-Сервис» компанияһы һәм «Хаж Фонды» хаж ҡылыуҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү хәйриә фонды вәкилдәре ҡатнашты.
Таможня хеҙмәткәрҙәре уларға диндарҙар тарафынан шәхси ҡулланылыштағы әйберҙәрҙе сик аша сығарыу, таможня органдарының һәм вазифалы кешеләрҙең ҡарарҙарына ялыу биреү тәртибе, таможня ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡ хаҡында һөйләне.
Икенсе илдең таможня биләмәһенә ҡулаҡса, көслө тәьҫир итеүсән дарыуҙар, дини культ предметтары ихтималлығы булған дини әҙәбиәт, мәҙәни ҡиммәттәр индереү мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бүленде.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар мәғлүмәти хәтер дәфтәрҙәрен, пассажирҙар өсөн таможня декларациялары бланктарын һәм уларҙы тултырыу өлгөләрен алды. Артабан уларҙы ғибәҙәт ҡылыусыларға таратыу күҙаллана.
Ғибәҙәт ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенә 14 августа юллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан таможняһында. Диндарҙар Өфө — Истанбул — Джидда, Өфө — Дубай — Мәҙинә, Өфө — Мәскәү — Дубай — Мәҙинә рейстары менән оса.
Быйыл Башҡортостанда 600-гә яҡын мосолман хажға барырға йыйына.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика