07:47 (UTC+5), 26 Мая 2017

Кешеләрҙән иң ҙур велосипед: Өфөлә Гиннесстың рекордтар китабындағы донъя рекордын уҙып китергә ниәтләйҙәр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә Гиннесстың рекордтар китабындағы донъя рекордын уҙып китергә ниәтләйҙәр. Сара йәкшәмбе, 28 майҙа, «I Bike Ufa» велофестивале барышында ойшторола. Иртәнге сәғәт 8-ҙә «Динамо» стадионында өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҙур велосипед фигураһын яһап теҙеләсәк. Велоспорт символын меңдән ашыу кеше төҙөр тип күҙаллана.
Көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 6-ға тиклем ҡаланың үҙәк урамдарында фестиваль майҙансыҡтары эшләйәсәк. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, ҡала киңлегенең ике квадрат километрҙан ашыуы бер көнгә велосипедсылар һәм йәйәүлеләр ҡарамағына тапшырыла. «Башинформ» агентлығы ойоштороусылар әҙерләгән программа хаҡында алдан хәбәр иткәйне.
Ошо ҙур сараны үткәреүгә бәйле 27 майҙа киске сәғәт 11-ҙән 28 майҙа киске сәғәт 6-ға тиклем ҡайһы бер урамдарҙа хәрәкәт ябыла: Зәки Вәлиди урамы буйлап Совет урамынан алып Ғафури урамына тиклем; Зәки Вәлиди урамынан Пушкин урамына тиклем Ғафури урамы; Ғафури урамынан Гоголь урамына ҡәҙәр Пушкин урамы; Пушкин урамынан алып Свердлов урамына тиклем Гоголь урамы; Гоголь урамынан К.Маркс урамына ҡәҙәр Свердлов урамы;Сверлов урамынан алып Коммунистик урамға тиклем К. Маркс урамы; К. Маркс урамынан Ленин урамына ҡәҙәр Коммунистик урамы; Коммунистик урамынан алып Октябрь революцияһы урамына тиклем Ленин урамы; Ленин урамынан Совет урамына ҡәҙәр Октябрь революцияһы урамы; Октябрь революцияһы урамынан алып Зәки Вәлидигә тиклем Совет урамы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика