06:44 (UTC+5), 26 Мая 2017

Башҡортостанда бер аҙна эсендә меңгә яҡын кеше талпандан зыян күргән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған аҙнала хәүефле бөжәктәр меңгә яҡын кешегә һөжүм иткән. Йылы көндәр башланыу менән бөтәһе 2950 кешегә талпан ҡаҙалған. Шуға ҡарамаҫтан, был һан үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға кәмерәк.
Май башында республикала парктарҙы, скверҙарҙы һәм урман-парк зоналарын акарицид ярҙамында эшкәртеү башланды. 2017 йылда 3,7 мең гектарҙан ашыу биләмәлә ошондай эштәр планлаштырылған. Бөтә республика буйынса 2600 гектар сквер һәм парк эшкәртелгән дә инде. Бындай химик эшкәртеүҙәр артабан да дауам итәсәк. Барлыҡ балалар лагерҙары һәм шифаханалар мотлаҡ тәртиптә эшкәртелә.
Әгәр талпан ҡаҙалһа, зыян күргән кешене шунда уҡ табипҡа алып барырға кәрәк: эш көнө булһа, поликлиникаға, ял көнөндә — травма пунктына. Энцефалитты иҫкәртеү өсөн талпанға ҡаршы иммуноглобулин индерелә.
Бынан һуң талпанды Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһына вирустарға тикшерергә килтереү зарур. Бындай үҙәктәр төбәктә бишәү: берәүһе — Өфөлә һәм дүрт филиал — Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Нефтекамала. Уларҙың адресы «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы сайтында баҫылған.
Белешмә. Талпан энцефалиты — нервы системаһын зарарлаусын киҫкен инфекциялы вируслы ауырыу. Уны талпандар тарата. Сир фалижға, хәтерҙең, фекерләү һәләтенең боҙолоуына килтерә. Талпан энцефалиты вирусы, ҡағиҙә булараҡ, кешегә талпан тешләгәндә йәки уны иҙгәндә йоға. Шулай уҡ сирҙе ҡайнатылмаған кәзә һөтө аша ла эләктерергә мөмкин.
Инкубация осоро (йәғни ауырыуҙың билдәләре күренгәнгә тиклем) бер көндән алып бер айға тиклем, уртаса 10 көн дауам итә. Талпан тәндә ни тиклем оҙағыраҡ ҡаҙалып тора икән, ауырыу ҙа тиҙерәк башлана. Сирҙең тәүге билдәләре: биҙгәк тотоу (38-39 градусҡа тиклем), көслө баш ауыртыуы, ҡайһы берҙә күңел болғаныу, ҡоҫоу, хәлһеҙлек, йоҡоһоҙлоҡ, йүткереү һәм тымау.
Бынан тыш, талпан аша боррелиоз сиренең дә йоғоуы ихтимал. Был ауырыу нервы, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын, терәк-хәрәкәт аппаратын зарарлай.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика