06:17 (UTC+5), 25 Мая 2017

Йәй аҙағында «Ирәмәл» тәбиғәт паркы һәм «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһендә мобиль элемтә барлыҡҡа киләсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Йәй аҙағында «Ирәмәл» тәбиғәт паркы һәм «Шүлгәнташ» биләмәһендә мобиль бәйләнеш барлыҡҡа киләсәк, тип «Башҡортостандың юлдаш телекоммуникациялары» акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Булат Хәкимовтың һүҙҙәрен килтерә төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. Компания махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә радиобашнялар төҙөй, ошо маҡсатҡа 9 миллион һум йүнәлтелгән. Артабан элемтә операторҙары төҙөлгән объекттарҙа үҙҙәренең ҡорамалдарын урынлаштырасаҡ.
«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһендә — йөҙ процентлы, Ирәмәлдә төньяҡ битләүҙән тыш, бөтә ерҙә элемтә буласаҡ. Кәрәҙле элемтә менән яҡын-тирәләге — Белорет районының Николаевка, Мәхмүт, Черный Ключ ауылдарында йәшәүселәр ҙә файҙалана аласаҡ.
«Ошо үтеүе ауыр булған урындарҙа мобиль бәйләнештең барлыҡҡа килеүе арҡаһында туристарҙың хәүефһеҙлеген бөтөнләй яңы кимәлдә тәьмин итергә мөмкин. Хәҙер Башҡортостандың үҙенсәлекле урындарына сәфәр ҡылғанда онлайн режимында тәьҫораттар менән уртаҡлашырға, интернетҡа фотоһүрәттәр һәм видеояҙмалар ҡуйырға була», — тип билдәләне Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика