03:58 (UTC+5), 25 Мая 2017

Төбәктә Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаттары яртышар миллион һум аласаҡ

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаттары яртышар миллион һум аласаҡ. Республика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт премиялары буйынса комиссия эштәрҙе ҡабул итеү ваҡытын 9 июнгәсә оҙайтты. Уның йомғаҡтары буйынса һәр ҡайһыһы 500 мең һум күләмендә өс премия тапшырыласаҡ.
Республикала дәүләт премияһы тәбиғәт, техник һәм гуманитар фәндәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән ғилми тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең инновациялы үҫешен тәьмин иткән өр-яңы техника өлгөләрен һәм прогрессив технологиялар эшләгән өсөн ике йылға бер тапҡыр бирелә.
Башҡортостан Башлығы сайтында 2017 йылда эштәрҙе тәҡдим итеү һәм документтарҙы рәсмиләштереү тәртибе баҫылған.
Документтар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, 328-се бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 280-80-93.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика