10:59 (UTC+5), 25 Мая 2017

Төбәк халҡы өйҙән сыҡмайынса республиканың Эске Эштәр министрлығы музейы менән таныша ала

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хоҡуҡ һаҡлау ведомствоһы ҡарамағында эшләгән Йәмәғәт советы менән берлектә республика полицияһы музейы буйынса виртуаль экскурсия әҙерләне. Төбәк буйынса эске эштәр органдары тарихы тураһында бәйән иткән тарихи һәм архив документтары, фотоһүрәттәр, экспонаттар менән хәҙер теләгән ваҡытта һәм хатта өйҙән дә сыҡмайынса танышырға мөмкин.
Һәр кем заманса технологиялар ярҙамында музей буйлап виртуаль сәйәхәт ҡыла ала.
«Музей буйлап виртуаль тур проекты Рәсәй полицияһының 300 йыллығы уңайынан эшләнгән. Ул республиканың эске эштәр органдарын ойоштороуҙа ҡатнашҡан, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында енәйәтселеккә ҡаршы көрәшкән, илде тергеҙгән һәм уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы криминалға ҡаршы торған хоҡуҡ тәртибен һаҡлаусыларҙың иҫтәлегенә бағышланған. Ведомствоның ҡыйыулыҡ күрһәткән, Башҡортостандың эске эштәр органдарын булдырыуға тос өлөш индергән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең исемдәре тарих музейында мәңгеләштерелгән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Музей элеккесә Өфөнөң Крупская, 7 урамында урынлашҡан. Ул иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. (347) 279-40-33 телефоны буйынса алдан ғаризалар бирергә мөмкин. Инеү бушлай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика