04:41 (UTC+5), 25 Май 2017

Рамаҙан айында мосолмандар өсөн хәйер-саҙаҡаның күләме билдәле булды

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда 2017 йылда Рамаҙан айында мосолмандар өсөн хәйер-саҙаҡаның күләме билдәле булды. Тейешле документҡа республика Мосолмандар диниә назараты ҡул ҡуйҙы.
Һәр мосолман бирергә тейеш фытыр саҙаҡаның суммаһы бөтәһе өсөн дә бер тигеҙ түгел, кешенең килеменә бәйле. Хәлле кеше 250 һум түләргә тейеш, урта хәлле диндарҙар өсөн хәйер 150 һум тәшкил итәсәк, башҡалар өсөн фытыр саҙаҡаһы 50 һум күләмендә билдәләнгән.
Һәр үткәреп ебәрелгән көн өсөн мосолман кеше өҫтәмә рәүештә ҡайтарып түләргә тейеш, ул 150 һум тәшкил итә. Был сумма төбәктә төп аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы иҫәпкә алып билдәләнгән. Ошо аҡса көнөнә бер өлкән кешене туйҙырыу өсөн етергә тейеш. Әгәр диндар ай дауамында ураҙа тота алмаһа, ул 4350 һум түләргә бурыслы.
Хәлле мосолмандар зәҡәт тә бирә. Ул нисәбтән сығып түләнә, уның күләме быйыл 185 мең һум. Был ирекле аҡсанан килгән 2,5 процент түләү. Бындай капиталдан зәҡәт күләме 5625 һум тәшкил итәсәк, тип хәбәр итә республика Мосолмандар диниә назаратының матбуғат хеҙмәте.
Быйыл Рамаҙан айының тәүге көнө 27 майға тура килә. Ураҙа байрамы – 25 июнь.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика