05:58 (UTC+5), 25 Май 2017

Өфөнөң Дим биҫтәһендә 280 себер эрбете ултыртылды

Өфө хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөнөң Дим биҫтәһендә 280 себер эрбете үҫентеһе ултыртылды. Ҡала районы хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ағастар «Баланов» урман паркы биләмәһендә ултыртылған, унда Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе һәм «Росток» балалар экология-биология үҙәге көсө менән фәнни маҡсатта төрлө үҫемлектәр үҫтерелгән дендрарий — ботаник баҡса булдырыла. Биш йыллыҡ кедр үҫентеләре Ханты-Манси автономиялы округынан килтерелгән, уларҙы сығышы менән Башҡортостандан булған, әммә Ханты-Мансийск ҡалаһында йәшәгән эколог-йәмәғәтсе Миҙхәт Хәсәнов тапшырған.
Себер эрбеттәре һауаны таҙартып ҡына ҡалмаясаҡ, ҡоштарға ла аҙыҡ буласаҡ. Ләкин тубырсыҡтар өлгөрһөн өсөн ағастар 25 йәшкә етергә тейеш, шуға күрә уларҙы тәрбиәләп торорға кәрәк. Ағас ултыртыуҙа урындағы халыҡ, уҡыусылар, йәмәғәтселәр, чиновниктар ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика