05:21 (UTC+5), 25 Мая 2017

Башҡортостанда 17,5 мең самаһы 11 класс уҡыусыһы мәктәп менән хушлаша

Андрей Старостин
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 25 майҙа Башҡортостанда 17,5 мең самаһы 11 класс уҡыусыһы мәктәп менән хушлаша. Дөйөм белеү биреү йорттарында тантаналы саралар уҙғарыла, уҡытыусыларҙың юл теләктәре, уҡыусыларҙың рәхмәт һүҙҙәре яңғырай һәм, әлбиттә, һуңғы ҡыңғырау сыңлай.
Ҡыҙҙар күлдәк, аҡ алъяпҡыс кейгән һәм сәстәрен аҡ таҫма менән йыйған, малайҙар матур итеп кейенгән. Һәр ҡайһыһын ҡыҙыл төҫтәге сығарылыш таҫмаһы һәм күкрәгендә бәләкәй ҡыңғырау биҙәй.
Башҡортостан Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, был көндө уҡыусыларҙың хәүефһеҙлегенә, сығарылыш уҡыусылары ҡатнашлығында мәҙәни-күңел асыу саралары уҙғарылған урындарҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлауға айырыуса иғтибар бүленә.
Киләһе аҙнала 11 клас уҡыусыларының етди имтихандар осоро башлана. Берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы 29 майҙан 1 июлгәсә үтә. Ул дүшәмбе, 29 майҙа, география һәм информатика буйынса тестар менән башланып китә.
Быйыл сығарылыш кисәләре һәм урта дөйөм белем тураһында таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһы 27 июндә үтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика