07:48 (UTC+5), 24 Мая 2017

Рәсәйҙәр йәйге ялдарын Ҡырымда үткәреүҙе хуп күрә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Рәсәйҙә йәшәүселәр икенсе йыл рәттән Ҡырымда ял итергә теләүен белдерә. Мөмкинлек булғанда халыҡтың 37 проценты йәйҙе тап шунда уҙғарыр ине. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең рәсәйҙәрҙең йәйге миҙгелгә пландарына арналған һорау алыу мәғлүмәттәре ошондай. Кавказдың Ҡара диңгеҙ буйындағы курорттары тәүге тапҡыр исемлектә икенсе урынды биләй. Һорау алыныусыларҙың 31 проценты ошонда ял итеүҙе хуп күрә. Халыҡтың 13 проценты Төркиәне алдағы йылдарҙа потенциаль ял итеү урыны булараҡ ҡарай.
Рәсәйҙәге һәр икенсе кеше тиерлек (47 процент) быйылғы йәйҙе өйөндә уҙғарырға ниәтләй. Һорау алыныусыларҙың 6 проценты ғына сит илгә барырға йыйына. Сәфәрҙән баш тартыуҙың төп сәбәбе — матди яҡтан ҡыйынлыҡтар. 17 проценты йәй буйына эшләйәсәк. Ғаилә сәбәптәре буйынса сит илгә сыға алмаусылар өс тапҡырға күбәйгән (12 процентҡа тиклем).
Быйыл һәр ғаилә ағзаһына йәйге ял өсөн сығымдар яҡынса 40 мең һум тәшкил итәсәк. Респонденттарҙың 48 проценты сәфәргә махсус аҡса туплай, ҡалғандар сәйәхәт өсөн ағымдағы аҡсаһын (22 процент), йәки өҫтәмә рәүештә йәлеп ителгән аҡса: өҫтәмә эш, премиялар иҫәбенә түләй (13 процент).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика