10:57 (UTC+5), 24 Мая 2017

Башҡортостан Боден күле өҫтөндәге авиафажиғә ҡорбандары туғандарының Германияға сәфәрен ойоштора

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2017 йылдың 2 июлендә «Башҡортостан һауа юлдары» самолеты пассажирҙарының Боден күле өҫтөндәге һауала һәләк булыуына 15 йыл тула. Ошо ҡот осҡос фажиғәлә 71 кеше — 69 пассажир һәм Ту-154М экипажы ағзаларының ғүмере өҙөлдө, шуларҙың 52-һе — балалар, һәм «Боинг-757»-нең ике пилоты.
Матәм датаһына бәйле 1-3 июлдә Башҡортостан һәләк булғандарҙың туғандарының Германияға сәфәрен ойоштора. Республика властары визаны рәсмиләштерергә ярҙам итәсәк һәм авиабилеттар һатып аласаҡ.
Авиаһәләкәт булған Юберлингенда Башҡортостан һәм Баден-Вюртембергтың рәсми кешеләре, йәмәғәтселеге ҡатнашлығында бер нисә иҫтәлекле сара ойоштороу ҡаралған.
Һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындары фажиғә урынына барасаҡ.
Белешмә. 2002 йылдың 1 июленән 2-һенә ҡарай төндә авиадиспетчерҙың хатаһы арҡаһында «Башҡортостан һауа юлдары»ның Мәскәү — Барселона маршруты буйынса осҡан Ту-154М һәм «Боинг-757» йөк самолеты бәрелешә.
Ту-154М самолетында экипаждың 12 ағзаһы һәм Испанияға ял итергә юлланған 57 пассажир, шул иҫәптән 52 бала була, уларҙың күбеһе – Башҡортостан кешеләре. Был сәфәрҙе яҡшы уҡығандарға бүләк булараҡ Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ойоштора.
Юберлинген ҡалаһы янындағы авиаһәләкәт урынында «Die zerrissene Perlenkette» («Өҙөлгән ынйы теҙмә») һәйкәле ҡуйылған. Һәләк булғандарҙың барыһы ла тиерлек, балалар һәм экипаж ағзалары, Өфөнөң Көньяҡ зыяраты эргәһендә ерләнгән. Ҡәберҙәр һәләк булғандар самолетта нисек ултырған, шулай урынлашҡан. Шунда уҡ, зыяратта, уларҙың иҫтәлегенә мемориал асылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика