09:40 (UTC+5), 23 Мая 2017

Һуңғы ҡыңғырау байрамында төбәктә көн ҡояшлы буласаҡ, тип вәғәҙәләй синоптиктар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 25 майҙа Башҡортостандағы 17,5 меңгә яҡын ун беренсе класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ. Был көндә ҡыҙҙар СССР заманындағы мәктәп формаһын — ҡара күлдәк һәм аҡ алъяпҡыс кейәсәк, аҡ банттар тағасаҡ. Егеттәр иһә матур костюмда киләсәк.
Майҙа һауа торошо республика халҡын йылы көндәр менән бик үк шатландырманы, ә бына сығарылыш класс уҡыусылары өсөн көтөлмәгән бүләк әҙерләгән: Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы синоптиктары йылы һәм ҡояшлы көн вәғәҙәләй.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ҡыңғырау көнөндә һауа температураһы 16-21 градус йылы буласаҡ.
Урта дөйөм белем тураһында аттестат тапшырыу тантанаһы 27 июнгә билдәләнгән.
Ун беренселәр тәүге Берҙәм дәүләт имтиханын дүшәмбе, 29 майҙа, география һәм информатика фәндәренән бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика