04:22 (UTC+5), 23 Мая 2017

Республиканың ижади коллективы Кремлдә «Рәсәй студент яҙы»нда беренсе урынды яуланы

Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандан «Страдл» халыҡ коллективы спорт-аэробика шоуы «Рәсәй студент яҙы» фестивалендә беренсе урынды яуланы. Гала-концерт Дәүләт Кремль һарайында үтте. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан сығыш яһаусы «Страдл» төркөмө «Үҙенсәлекле жанр»/«Пластика» йүнәлешендә иң яҡшыһы булды.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында билдәләүҙәренсә, «Страдл» спорт-аэробика шоуы төрлө кимәлдәге чемпионаттарҙа даими ҡатнаша, призлы урындар яулай һәм спорт аэробикаһы буйынса Урал кубогын алды, спорт һәм фитнес аэробикаһы буйынса Волга буйы федераль округы чемпиондары, спорт аэробикаһы буйынса Рәсәй чемпиондары булды.
Коллективта Башҡорт дәүләт педагогия университетының төрлө факультеттарынан 23 студент шөғөлләнә. Ошо осорҙа «Страдл» төркөмө 70-тән ашыу беренсе разрядлы спортсы, спорт мастерлығына кандидаттар һәм спорт мастерҙарын тәрбиәләне. Күрһәтмә сығыштарҙан тыш, етәкселәр төрлө спорт программалары әҙерләй — соло, парҙар, трио, төркөм аэродэнс, аэростеп. Репертуарҙа төрлө стилдәге һәм йүнәлештәге 20-ләгән номер иҫәпләнә.
Коллективтың тренерҙары – Римма Имамова һәм Светлана Житкова – спорт һәм художество гимнастикаһы буйынса спорт мастерлығына кандидаттар, Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличниктары.
Башҡортостандан «Студент яҙы»нда бөтәһе 45 кеше ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика