07:59 (UTC+5), 23 Май 2017

Өфөләге Сергей Аксаков исемендәге баҡсаға аҡҡоштар ҡайтты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөләге Сергей Аксаков исемендәге баҡсаға ҡышлап, Сажиҙә һәм Крис исемле аҡҡоштар ғаиләһе ҡайтты. Һыуыҡ миҙгелде ҡанатлылар баш ҡаланың Киров районы биләмәһен төҙөкләндереү буйынса муниципаль унитар предприятиеһында үткәрҙе.
Ҡоштарҙың ҡайтыуын бында көтөп алдылар: баҡса хеҙмәткәрҙәре яңыраҡ ҡына уларҙың йәйге өйөн тәртипкә килтерҙе, яратҡан ризыҡтары хаҡында ла онотманы: махсус аҙыҡ, һоло һәм бойҙай ҡатышмаһын әҙерләне.
«Сажиҙә исемле аҡҡош был һыу ятҡылығында күптән йәшәй. Кристы былтыр Силәбе өлкәһенән килтерҙеләр», —тип һөйләне «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы журналистарына баҡса хеҙмәткәрҙәре. Уларҙың әйтеүе буйынса, хәҙер ҡоштар көҙгө-ҡышҡы ҡанаттарын йәйгелеккә алмаштыра. Һыуҙа артыҡ ҡаурыйҙарын таҙартыу уларға күпкә еңелерәк буласаҡ. Ҡоштар өсөн 18 градус йылылыҡтағы һыу иң уңайлыһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика