02:57 (UTC+5), 22 Май 2017

Ҡырымда Башҡорт балы йорто барлыҡҡа килеүе ихтимал

Башҡортостан Башлығының сайты
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ҡырымда Башҡорт балы йорто барлыҡҡа килеүе ихтимал. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғолов Ҡырым Республикаһы делегацияһы Башҡортостандың иң популяр фирма продукттары менән танышыуы барышында ошондай башланғыс менән сығыш яһаны. Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов һәм республиканың ауыл хужалығы министры Андрей Рюмшин былтыр «Аҡбуҙат» ипподромында асылған Башҡорт балы йортонда булды.
Ҡырымдан килгән ҡунаҡтарҙы башҡорт милли колоритында биҙәлгән магазин-музейҙың концепцияһы хайран ҡалдырҙы. Унда солоҡсолоҡ, түмәр һәм рамлы умартасылыҡ төрҙәре, шулай уҡ тармаҡтың заманса ҡаҙаныштары тәҡдим ителгән. Йорттағы үҙәк экспозицияла ҙур һауытҡа бал ағып төшөүе һынландырылған, залды биҙәгәндә төбәктең алты тәбиғәт-ауыл хужалығы зоналарының карталары файҙаланылған, ошо урындарҙағы бал өлгөләре – бөтәһе балдан эшләнгән 70-ләгән аҙыҡ-түлек һәм дауалау-иҫкәртеү продукцияһы күрһәтелгән. Бөгөн «башҡорт балы» бренды Рәсәйҙә генә түгел, унан алыҫта ла яҡшы таныш.
Башҡортостан һәм Ҡырым республикалары араһында умартасыларҙың хеҙмәттәшлеген яйға һалыу тәҡдимен Ҡырым башлығы Сергей Аксенов ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте. Республиканың ауыл хужалығы министры Андрей Рюмшин һөйләүенсә, Ҡырымда балды сәнәғәт кимәлендә етештереү юҡ, умартасылыҡ бөтөп бара, шәхси йорттарҙа ғына бер аҙ үрсетелә. Әлеге ваҡытта умартасылар үҙҙәрен яҡлай, тәжрибә һәм технологиялар менән уртаҡлаша алһын өсөн бөтә ҡортсоларҙы берҙәм Ассоциацияға берләштереү процесы бара. «Умартасыларыбыҙ бында өлгө алыу өсөн килергә һәм уны Ҡырымда ҡулланырға шат булыр тип уйлайым», — тине ул.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика