07:55 (UTC+5), 22 Мая 2017

Республикала ғаиләләрҙең бөтә категорияларына балалар баҡсаһы өсөн түләүгә компенсацияларҙы кире ҡайтарыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда ғаиләләрҙең бөтә категорияларына балалар баҡсаһы өсөн түләүгә ата-әсәләргә компенсацияларҙы кире ҡайтарыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде: беренсе бала өсөн — 20, икенсеһенә — 50, өсөнсөһөнә 70 процент.
Ағымдағы йылдың 1 мартына тиклем бөтә ата-әсәләр ҙә ошо льготаларға эйә ине. Ләкин 1 марттан федераль талаптарға ярашлы республикала компенсациялар түләү тәртибен яңынан ҡарау башланды. Шулай итеп, социаль ярҙамдың был төрөнә мохтаждар ғына иҫәп тота алды. Атап әйткәндә, килеме һәр кешегә йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаған ғаиләләр. Үҙгәрештәр балалары баҡсаға йөрөгән күпселек ата-әсәләрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.
Шәмбе, 20 майҙа, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Краснокама районына эш сәфәре барышында республика Хөкүмәтенә балалар баҡсалары өсөн компенсация түләү тәртибен ҡабаттан ҡарарға ҡушты.
«Төбәк башлығы ҡушыуы буйынса Башҡортостандың Мәғариф министрлығы Хөкүмәткә мәктәпкәсә учреждениеларҙа балаларҙы ҡараған һәм тәрбиәләгән өсөн ата-әсәләр түләүенә компенсация биргәндә йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәле рәүешендә адреслыҡ критерийын билдәләү йәһәтенән «Мәғариф тураһында»ғы закондың үҙгәрештәрен туҡтатыу тураһында тәҡдимдәр индерҙе», — тип аңлатма бирҙе мәғариф ведомствоһы етәксеһе Гөлназ Шафиҡова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика