04:49 (UTC+5), 22 Май 2017

Республика командаһы «WorldSkills Russia» V милли чемпионат финалында бик күп миҙал яуланы

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың йәш профессионалдары Кубандә үткән «WorldSkills Russia» V милли чемпионат финалында бик күп миҙал яуланы.
Башҡортостан Мәғариф министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, республика командаһы бөтәһе һигеҙ миҙалға лайыҡ булды.
Сибай күп профилле профессиональ колледж уҡыусыһы Илмир Сәйетбатталов «Таш юныу эше» номинацияһында беренсе урын һәм алтын миҙал яуланы. Тағы ла бер еңеүсе – Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Илнар Муллағәлләмов «Һанлы программалы идара итеү станоктарында күп күсәрле эшкәртеү» номинацияһында иң яҡшыһы булды.
Солтан Бикеев исемендәге Өфө профессиональ колледжы студенты Алмаз Сәйфетдинов «Матбуғат технологиялары» компетенцияһында һәм Стәрлетамаҡ профилле профессиональ колледжынан Камилә Йәнбәкова «Мәктәпкәсә тәрбиә биреү» компетенцияһында «көмөш» миҙал яуланы.
Өфө статистика һәм иҫәпләү техникаһы колледжынан Эдуард Минһажев «Веб-дизайн» номинацияһында, Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалынан Евгений Горностаев һәм Олег Муравьев «Ҡыйыҡ ябыу эштәре» компетенцияһында һәм Стәрлетамаҡ күп профилле колледжынан Тимур Секушов «Видеоетештереү» номинацияһында өсөнсө урын алды.
«WorldSkills Russia» V милли чемпионат барышында Краснодарҙа III JuniorSkills милли чемпионаты үтте. Уның йомғаҡтары буйынса Башҡортостан «Прототип эшләү»ҙә – икенсе, «Лаборатор химик анализ»да – дүртенсе һәм «CAD инженер дизайны»нда алтынсы урын яуланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика