Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2017, 10:38

Өфө халҡын «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленә саҡыралар

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 12-16 июндә Өфө амфитеатрында «Евразия йөрәге» — «Heart of Eurasia» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үткәрелә. Былтыр Өфөлә тәүге тапҡыр уҙған ғәйәт ҙур музыка форумы тамашасыларҙы стилдәрҙең киңлеге, йүнәлештәр һәм мәҙәни программаның күп төрлөлөгө менән хайран ҡалдырҙы. 2016 йылда уны 100 меңдән ашыу кеше ҡараны.
Сараны ойоштороусы – Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.
Быйыл биш көнлөк программаға классик һәм заманса, симфоник һәм этник музыка инә.
Фестивалдең программаһы менән Өфө хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: