12:35 (UTC+5), 22 Мая 2017

Был аҙнала Башҡортостанда сығарылыш класс уҡыусылары өсөн имтихандар башлана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Был аҙнала Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, туғыҙынсы һәм ун беренсе класты тамамлаусылар, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре өсөн тулҡынландырғыс мәл — дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы башлана.
Имтихандар осорона тәүгеләрҙән булып туғыҙынсы класс уҡыусылары аяҡ баҫа. Быйыл Төп дәүләт имтиханына 37 меңгә яҡын уҡыусы ғариза биргән. Сит телдәр буйынса беренсе имтихан ике көнгә бүленгән (телдән һәм яҙма) һәм 26 -27 майҙа уҙа. Инглиз, немец һәм француз телдәренән 1,9 мең самаһы кеше һынау тоторға тейеш.
Дәүләт сығарылыш имтиханын 3,6 меңдән ашыу уҡыусы тапшыра. Улар иҫәбендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле уҡыусылар, инвалид балалар һәм холоҡ төҙәтеү колонияларында уҡыған үҫмерҙәр бар.
Быйылғы уҡыу йылында туғыҙынсы класс уҡыусылары дүрт мотлаҡ имтихан бирә: рус теле, математика һәм икәүһе теләк буйынса һайлана. Уларҙың һөҙөмтәләре аттестат алыуға йоғонто яһай.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, ошо факт, күрәһең, уҡыусыларҙың рус теленән һәм математиканан тыш предметтарҙы иғтибарлыраҡ һайлауына тәьҫир иткәндер.
Ун беренсе класс уҡыусыларының география һәм информатика, ИКТ буйынса тәүге Берҙәм дәүләт имтиханы 29 майҙа була.
Төбәктең мәғариф ведомствоһында өйҙә һәм мәктәптә иң мөһиме — уңайлы психологик шарттар булдырыу һәм балаларға баҫым яһамау тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика