03:25 (UTC+5), 19 Мая 2017

Өфөнән Һамар, Екатеринбург һәм Төмән ҡалаларына даими авиарейстар асылды

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Республиканың баш ҡалаһынан Өфө – Һамар һәм Өфө – Екатеринбург – Төмән йүнәлештәре буйынса яңы төбәк рейстары асылды. Уны Utair авиакомпанияһы башҡара, тип хәбәр иттеләр Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡалалар араһында авиаэлемтә дүшәмбенән шәмбегә ҡәҙәр аҙнаһына алты тапҡыр ATR-72 турбовинтлы самолеттарында башҡарыласаҡ.
Башҡортостандың баш ҡалаһынан Һамарға самолет көндөҙгө 3-сө 10 минутта осоп китә, Һамарға 3-сө яртыла барып етә. Өфө – Екатеринбург – Төмән маршруты буйынса самолет Өфөнән киске 7-се яртыла күккә күтәрелә һәм киске 8-се 25 минутта Екатеринбург аэропортына төшә. Екатеринбургта «Кольцово» аэропортынан киске 9 тула 5 минутта ҡуҙғалып китһә, Төмәнгә урындағы ваҡыт буйынса төнгө 11-се 5 минутта барып етә.
Бер яҡҡа «Лайт» тарифы буйынса иң осһоҙ билет хаҡы бөгөнгө көнгә Өфөнән Һамарға – 1925 һум, Өфөнән Екатеринбургка – 1735 һум, Өфөнән Екатеринбург аша Төмәнгә 2135 һум тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика