11:46 (UTC+5), 19 Мая 2017

Өфөлә һыу инеү миҙгеленә әҙерлек башланды

Өфө ҡалаһы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Баш ҡалала һыу инеү миҙгеленә әҙерлек бара. Рәсми пляж биләмәләренә дезинсекция, дератизация үткәрелә һәм акарицид ярҙамында эшкәртелә. Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары ял итеү урындары урынлашҡан һыу ятҡылыҡтарының төбөн тикшерә.
Әле водолаздар Дим районындағы Тәрән күлен тикшергән. Бөгөн Калинин районындағы Йылы күлендә лә ошондай эштәр башҡарыу ҡаралған.
Һыу инеү миҙгеле ғәҙәттәгесә 1 июндә башлана. Тап ошо ваҡытҡа пляждар кешеләрҙе ҡабул итергә тулыһынса әҙер булырға тейеш, тип билдәләнеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн 11 пляж эшләйәсәк:
— «Ҡояшлы», Ағиҙел йылғаһы, Киров районы;
— «Бельский», Ағиҙел йылғаһы, Киров районы;
— «Ҡояшлы яр», Ҡариҙел йылғаһы, Октябрь районы;
— «Сипайловолағы Сочи», Ҡариҙел йылғаһы, Октябрь районы;
— «Ҡомло», Ҡариҙел йылғаһы, Калинин районы;
— «Шарлауыҡ», Ҡариҙел йылғаһы, Калинин районы;
— «Карьер», Дим районы;
— «Матур», Дим районы;
— «Ҡашҡаҙан», Октябрь районы;
— «Гольфстрим», Калинин районының Йылы күлендә;
— «Ожмах яры», Калинин районының Йылы күлендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика