06:44 (UTC+5), 19 Мая 2017

Дондағы Ростовта Һабантуй байрамы уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 20 майҙа Дондағы Ростовта Һабантуй байрамы ойошторола. Унынсы тапҡыр уҙғарылған һабантуй халыҡтың иң яратҡан байрамына әйләнде. Быйыл милли байрам ҡаланың «Әкиәт» мәҙәниәт һәм ял паркында билдәләнә, тип хәбәр итә ойоштороусыларҙың береһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Ростовтағы «Яҡташтар» башҡорт-татар мәҙәни үҙәгенең башҡорт секторы етәксеһе Мәхмүт Сәлимов.
«Юбилейлы һабантуй беҙҙең өсөн айырыуса үҙенсәлекле булыр һәм «Яҡташтар» мәҙәни үҙәгенең тарихында ҡалыр, тип ышанабыҙ, – ти Мәхмүт Бакир улы. – Тантаналы шарттарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлдары буйлап автоуҙышҡа йомғаҡ яһайбыҙ. Акцияла ҡатнашыусылар өсөн Ростов өлкәһенең һәм мәҙәни үҙәктең рәхмәт хаттары әҙерләнгән».
Сарала автоуҙышта ҡатнашҡан Башҡортостан фотографы Эдуард Дилмөхәмәтовтың фотоһүрәттәренән ҙур стенд ойоштороу, «Уралым» йырын башҡарыу ҡаралған. Әйткәндәй, автоуҙышта ҡатнашыусыларҙы башҡорт халҡының ошо рәсми булмаған гимны оҙатып йөрөнө.
Һабантуйҙың концерт программаһында урындағы фольклор коллективтарының сығыштары көтөлә. Шулай уҡ Ростовтағы 20-нән ашыу милли ойошманың вәкилдәре ҡатнаша. Уларҙың һәр береһе концерт номерҙары әҙерләй.
Сарала Башҡортостандан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары Фәнил Кинйәғолов (ҡурай), Резеда Әмәкәсова һәм Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина (йыр һәм бейеү) ҡатнаша.
Икенсе көндө республика делегацияһы Краснодар крайының баш ҡалаһында – Кубань йылғаһы буйындағы 20-се һабантуйҙа сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика