11:02 (UTC+5), 19 Мая 2017

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы лонгриды Бөтә Рәсәй медиаконкурсында Гран-при яуланы

Yojo.ru порталының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2017 йылдың февралендә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында баҫылған «Ни өсөн балалар тимер юл буйлап мәктәпкә йөрөнө?» тигән мәҡәлә «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу» дәүләт программаһына ярҙам итеү өсөн үткәрелгән «Хәүефһеҙлек һыҙаты» Бөтә Рәсәй медиаконкурсында Гран-при яуланы. Конкурсҡа бөтәһе 58 төбәктән 122 ғариза килгән. Ойоштороусылар — Рәсәйҙең Автомәктәптәр союзы һәм Журналистар союзы. Бүләкләү тантанаһы илдең Йәмәғәт палатаһында үтте.
«Йәмғиәтебеҙҙә мәҙәниәткә ихтыяж бар — машиналар йәйәүлеләргә юл биргән, водителдәр иһә үҙҙәрен әҙәпле тотҡан илдә йәшәү. Бурыстарыбыҙҙың береһе — юлда үҙеңде 90-сы йылдарҙағы кеүек тотоу модала булмаһын өсөн шарттар тыуҙырыу. Бындай конкурстар — гражданлыҡ йәмғиәтен төҙөүҙең мөһим өлөштәренең береһе», — тип иҫәпләй Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары, Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Петр Толстой.
Автомәктәптәр союзы идараһы рәйесе Александр Ачкасов киләсәктә конкурсты йыл һайын үткәреү ихтималлығын билдәләне.
Рәсәйҙең Журналистар союзы секретары Роман Серебряный һөйләүенсә, лонгрид — айырым темалар өсөн перспективалы йүнәлеш, текст дизайн элементы булып торған формат. Лонгридтар ҙур күләмле материалдар йәки махсус проекттар әҙерләү өсөн бик уңайлы.
«Ни өсөн балалар тимер юл буйлап мәктәпкә йөрөнө?» тигән мәҡәләлә махсус хәбәрсе Станислав Шахов Башҡортостандың Белорет районы Инйәр ҡасабаһындағы мәктәпкә бәйле хәлде асыҡланы. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты хәбәр итеүенсә, күрше Сәфәрғол ауылынан 20 уҡыусы көн һайын икенсе ауылдағы мәктәпкә барып етеү өсөн тимер юл аша 8 саҡрым юлды йәйәү үтергә мәжбүр булған. Тикшереү барышында ошо хәлдең бер аҙ икенсерәк һәм низағта ҡатнашыусыларҙың күп нәмәне әйтеп бөтмәүҙәре асыҡланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика