02:37 (UTC+5), 19 Мая 2017

Башҡортостан һәм Азербайжан юғары уҡыу йорттары араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте үҫтерергә ниәтләй

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 18 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Азербайжан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Метин Эйнуллаев менән осрашты. Өфөлә ул Рәсәй Федерацияһы һәм Азербайжан Республикаһы юғары уҡыу йорттары ассоциацияһының II форумында ҡатнаша.
Яҡтар юғары уҡыу йорттары араһында киләсәктә үҙ-ара эш итеү юлдарын, төрлө сәнәғәт тармаҡтары өсөн кадрҙар әҙерләү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
- Кооперация, үҙ-ара ярҙам итеү, уртаҡ эштәр башҡарыу, төрлө ҡыҙыҡлы юғары уҡыу йорттарында студенттарҙың уҡый алыуы – былар барыһы ла беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ ҙә ошо йүнәлештәге эште, һис шикһеҙ, хуплайбыҙ һәм Башҡортостан университеттары был Ассоциацияның эшмәкәрлегендә ҙур роль уйнауына ышанабыҙ. Шул йәһәттән мәҙәни, гуманитар, ғилми хеҙмәттәшлекте киңәйтергә теләйбеҙ.
Форум сиктәрендә юғары уҡыу йорттары үҙ-ара эшмәкәрлекте уңышлы ҡороп килә, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерә, тип билдәләне Метин Эйнуллаев.
- Беҙҙең өсөн нимә мөһим? Ул тәү сиратта Азербайжан студенттары өсөн бында үҙ академик кимәлен күтәреү, шулай уҡ етештереү урындарында практика үтеү мөмкинлеге, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр урынбаҫары. – Башҡортостандың иҡтисад үҫешендәге ҡеүәтен беләбеҙ, уның ти тиклем үҙаллы икәнен күрәбеҙ. Беҙҙең өсөн иҡтисадтың бөтә өлкәләре лә ҙур әһәмиәткә эйә.
Метин Эйнуллаев әйтеүенсә, Азербайжан нефть сәнәғәте өсөн генә түгел, агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләү менән дә ҡыҙыҡһына.
- Технопарктарҙың үҫешеүе, эшҡыуарлыҡ структуралары менән киң хеҙмәттәшлек алып барыуы таныш. Ошо өлкәлә беҙ ҙә ярҙам итергә әҙер, – тине министр урынбаҫары. – Уртаҡ ғилми эштәр әҙерләү, тикшеренеүҙәр Азербайжан өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Юғары уҡыу йорттарыбыҙ араһында берлектәге проекттарҙа ҡатнашыу өсөн байтаҡ тәҡдимдәр бар. Артабан эшләү өсөн мөмкинлектәр ҙур.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан һәм Азербайжан университеттары бергәләп эшләү һәм хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Алмаштырыу һәм стажировка программалары сиктәрендә, шулай уҡ Рәсәй Мәғариф министрлығының юлламалары буйынса 2016-2017 уҡыу йылдарында республиканың юғары уҡыу йорттарында Азербайжандың 40 гражданы белем ала.
Килешеүҙәр сиктәрендә студенттар менән алмашыу, һөнәри йүнәлеш биреү буйынса эш, инновацион проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, билдәле ғалимдарҙы саҡырып, халыҡ-ара конференциялар уҙғарыу кеүек хеҙмәттәшлек формалары ғәмәлгә ашырыла.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика