03:09 (UTC+5), 18 Мая 2017

Рөстәм Хәмитов: «2018 йылда бөтә мәктәптәрҙә лә юғары тиҙлектәге интернет булырға тейеш»

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 17 майҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үткәргән Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса совет ултырышында республика мәктәптәрен юғары тиҙлектәге интернет менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡуҙғатылды.
Республикала әҙерләнәсәк инновацион контент ауыл мәктәптәрендә айырыуса ихтыяжлы буласаҡ, тип билдәләне ултырышта ҡатнашыусылар. Әммә электрон белем биреү өлкәһендә ошо уҡыу йорттарының интернет менән тәьмин ителеше проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тотҡарлай.
- Әлегә электрон белем биреү процесында мәғлүмәти белем биреү мөхитен булдырыуҙа, шул иҫәптән һанлы белем биреү ресурстары, телекоммуникация технологиялары, программа-аппарат платформаһы һәм ҡорамалдар йәһәтенән бик яй бара, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Бөгөнгә республика ойошмаларының 76 процентында ғына эш урындарында интернет бар. Мәктәптәрҙең 72 процентында һәм урта махсус белем биреү ойошмаларының 53 процентында юғары тиҙлектәге интернет юҡ. Бындай хәлдә ниндәй электрон белем биреү хаҡында һөйләй алабыҙ?
Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Шәғәлин әйтеүенсә, әлеге ваҡытта мәғариф учреждениелары юғары тиҙлектәге интернетҡа һәм техник ярҙамға хеҙмәттәр һатып алыуҙы унификациялау өсөн берҙәм техник эштәр әҙерләнә.
Башҡортостан Башлығы һәр уҡыу-уҡытыу йортонда электрон белем биреү элементтарын индереү барышын, шулай уҡ мәктәптәрҙең интернетҡа сығыу мөмкинлеген анализларға ҡушты.
- 2018 йылда бөтә мәктәптәрҙә лә юғары тиҙлектәге интернет булырға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика