11:43 (UTC+5), 18 Мая 2017

Өфө циркының эше туҡтатылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан прокуратураһы суд тәртибендә Өфө циркы бинаһын файҙаланыуҙы туҡтатыуға өлгәште. Ошо хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Бынан алда Өфөнөң Октябрь районы прокуратураһы Өфө дәүләт циркы бинаһын файҙаланыуҙы тыйыуҙы һорап, судҡа мөрәжәғәт иткәйне. Быға тикшереү барышында асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар сәбәпсе булды.
Атап әйткәндә, цирк көмбәҙе аҫтында бетон конструкцияларҙың бер өлөшө емерелгән. Бинаның 50 йыл элек төҙөлгән ҡыйығы авария хәлендә булған.
Эксперттарҙың бинаны, шула иҫәптән тамашасылар залын хәүефһеҙ файҙаланыу мөмкин түгеллеге тураһындағы һығымтаһына ҡарамаҫтан, учреждение етәкселеге уға капиталь ремонт үткәрмәгән.
Бынан тыш, ул судтың прокурорҙың янғын хәүефһеҙлеге боҙоуҙарын бөтөрөү хаҡында дәғүәһе буйынса ҡарарын үтәмәгән. Циркта кешеләрҙе янғын тураһында иҫкәртеү һәм эвакуация менән идара итеү системаһы булмаған, автоматик янғын һүндереү ҡулайламаһы эшләмәгән.
Суд ултырышы барышында прокурор бинаны файҙаланыуҙы туҡтатыуҙы талап итте, ләкин район суды ошо ғаризаны ҡәнәғәтләндереүҙән баш тартты.
Әлеге ҡарар менән риза булмайынса, күҙәтеү ведомствоһы республиканың Юғары судына ялыу менән мөрәжәғәт итте. Ул район прокуратураһы яғына баҫты һәм ошо эш буйынса һуңғы ҡарар сығарылғанға тиклем цирктың эшен туҡтатты.
Өфө циркының яҙмышы тураһында «Башинформ» агентлығы бер нисә тапҡыр яҙып сыҡты. Быйыл ҡыш Рәсәй дәүләт цирк компанияһы агентлыҡҡа килеп тыуған хәлгә комментарий бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика