06:18 (UTC+5), 18 Мая 2017

Башҡортостан аша эҙәрмәндәр хәрәкәте активистарының «Эх, юл…» төбәк-ара автоуҙышы үтә

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 19-20 майҙа Башҡортостан «Эх, юл…» төбәк-ара автоуҙышын ҡабул итә. Унда Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләре эҙәрмәндәр хәрәкәтенең әүҙем ағзалары ҡатнаша.
Биш көн эсендә эҙәрмәндәр ун ҡалала һәм район үҙәктәрендә — Переволоцкий һәм Новосергиевка ҡасабаларында, Похвистнево ҡалаһында, Михайловка ауылында, Боғорослан, Баулы, Туймазы, Өфө ҡалаларында, Пономарёвка ауылында һәм Ырымбурҙа булырға ниәтләй.
19 майҙа активистар Туймазыға килеп етәсәк, көндөҙгә сәғәт 4-тә Геройҙар аллеяһында тантаналы саралар башланасаҡ. Атап әйткәндә, эҙәрмәндәр ветерандар менән осрашасаҡ, «Тере Хәтер» акцияһында һәм «Һалдат яланы серҙәре» күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашасаҡ, Туймазы районының тыуған яҡты өйрәнеү музейына барасаҡ.
20 майҙа ҡатнашыусылар Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм Хәрби дан музейҙарында буласаҡ, Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һаласаҡ. Көндөҙгә сәғәт 3-тән 6-ға тиклем Еңеү паркында эҙәрмәндәр күргәҙмәһе һәм интерактив майҙансыҡтар эшләйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика