08:37 (UTC+5), 17 Май 2017

Республика халҡы «Еңеү ғаиләһе» проектында ҡатнаша ала

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Отечество.ру мәҙәни-мәғрифәтселек порталында «Еңеү ғаиләһе» бүлеге булдырылған. Уны тулыландырыуҙа Рәсәй һәм башҡа дуҫлыҡ мөнәсәбәтендәге илдәрҙең граждандары ҡатнаша ала. Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышын кисергән туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың тарихын яҙып ебәрергә кәрәк.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, баш ҡалала һәм республикала йәшәүселәрҙең хәрби һәм һуғыш ҡаһарманлыҡтары хаҡында әйтер һүҙҙәре күп. Һуғыш йылдарында Башҡортостан фронтҡа 700-ҙән ашыу кеше оҙатҡан. Уларҙың яртыһынан ашыуы батырҙарса һәләк булған, 200-ҙән ашыу яугир орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Өфөлә эвакуацияланған предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар урынлаштырылған, хәрби частар ойошторолған. Данлы Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы ошонда башланған.
Проект йәш быуында илһөйәрлек, һуғыш ветерандарына, тыл эшсәндәренә ҡарата ихтирам, һуғыш йылдарын үткәндәрҙең хистәрен уртаҡлашыу тойғоһо тәрбиәләүгә, уларҙың өлгөһөндә ҡыйыу һәм батыр булырға өйрәнергә ярҙам итер, тип ышана ойоштороусылар.
Бүлекте булдырыуҙа ҡатнашырға теләгәндәргә теркәлергә, мәҡәләне өҫтәргә йәки 9may@ote4estvo.ru почтаһына ебәрергә кәрәк.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика