09:29 (UTC+5), 17 Мая 2017

Нөгөш һыу һаҡлағысында серф-станция барлыҡҡа киләсәк

«Башҡортостан» милли паркы
«Башҡортостан» милли паркы
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Башҡортостан» милли паркы һәм Мәләүез елкән спорт мәктәбе Нөгөш һыу һаҡлағысы эргәһендә серф-станция эшләргә ниәтләй. Парктың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, мәктәп тәрбиәләнеүселәре федераль кимәлдәге ярыштарҙа даими рәүештә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, күп йылдар буйына улар һыу ятҡылығы янында урынлашҡан «Спартаксы» балалар сәләмәтләндереү лагеры нигеҙендә шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә спортсылар Краснодар крайының Ейск ҡалаһында уҙған виндсерфинг буйынса Рәсәй чемпионатынан ҡайтты. Бөтәһе лә лайыҡлы сығыш яһаны, икәүһе июнь айында Таганрогта уҙасаҡ спартакиадаға юллама алды. Йәш серферҙар июль айында күнекмәләргә тотонасаҡ, августа бында Нөгөш кубогы уҙасаҡ.
«Серф-станция өсөн майҙансыҡ билдәләнгән дә инде. Нөгөш ҡалаға яҡын урынлашыуы, инфраструктураларҙың барлығы менән уңайлы. Йыл һайын унда йыйылыш ойошторабыҙ, уның барышында балалар көн һайын бишәр-алтышар сәғәт шөғөлләнә. Ел һәйбәт иҫкәндә таҡталарҙа сәғәтенә 40 саҡрымға тиклем тиҙлеккә етергә һәм бер нисә саҡрымды үтергә мөмкинлек була. Катерҙарҙы уҙып киткән, тарлауыҡҡа барып еткән осраҡтар булды», — тип һөйләне «Мәләүез» елкән спорт үҙәге тренеры Евгений Логинов.
«Милли парктың төп бурыстарының береһе – уның биләмәһендә экологик туризм һәм спорт төрҙәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, — тип билдәләне «Башҡортостан» милли паркы директоры. — Авто һәм мото форматтар ваҡыт менән урынын вело, ат, елкән һәм уға оҡшаш йүнәлештәргә бушатырға тейеш. Нөгөш һыуһаҡлағысы акваторияһында елкән спортын үҫтереүгә һәм танытыуға ҙур теләк һәм ышаныс менән ярҙам итәбеҙ, артабан барлыҡ теләүселәргә дәрестәр өсөн шарттар булдырырға тырышабыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика