12:41 (UTC+5), 17 Мая 2017

Ҡандракүлгә 100-ҙән ашыу аҡҡош ҡайтҡан

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡандракүлдә 100-ҙән ашыу аҡҡош оялаған. Әле улар бала сығара. Аҡҡоштар йыл һайын «Ҡандракүл» тәбиғәт паркына осоп ҡайта һәм уның ғорурлығы булып тора. Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән һоро ҡаҙ, ҡарағаҙ, көйөлдө, аҡбаш сыпҡай, ышылдаҡ аҡҡош осош ваҡытында Ҡандракүлгә ял итергә төшә.
Ҡандракүл — Башҡортостанда майҙаны буйынса икенсе ҙур күл. Бында республиканың төрлө райондарынан һәм Рәсәй төбәктәренән туристар ял итергә килә. Күркәм тәбиғәт, үҫешкән инфраструктура, арзан ял һәм федераль трассаның яҡын булыуы йылдан-йыл ял итеүселәрҙең һанын арттырыуға булышлыҡ итә. Былтыр ошонда 100 меңдән ашыу кеше килгән.
Парк хеҙмәткәрҙәре уның флораһын һәм фаунаһын һаҡлау буйынса ҙур эш алып бара. «Парктар маршы» акцияһы барышында ҡарағай үҫентеләре ултыртыла. 2016 йылда — 100, быйыл 200 үҫенте ултыртылған. Башҡортостандың Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институты тәҡдиме буйынса күлгә 2,5 миллион алабалыҡ селбәрәһе ебәрелгән. «Ҡандракүл» тәбиғәт паркы биләмәһен төҙөкләндереү өсөн ағымдағы йылда ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу, өҫтәмә парковка урындарын йыһазландырыу, янғынға ҡаршы техниканы ҡуйыу өсөн ҡоролма төҙөүҙе тамамлау һәм файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика