04:21 (UTC+5), 16 Мая 2017

Туймазыла йәш тележурналистар тирәктәр аллеяһын ултыртты

Туймазы районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Туймазы ҡалаһында ҡала биләмәһе Советы депутаттары, район һәм ҡала хакимиәттәре белгестәре, идара итеүсе компаниялар хеҙмәткәрҙәре 300 пирамида кеүек тирәк ултыртты. Ҡала урамдарында ағас ултыртыуға «Твоё ТВ» балалар телестудияһы үҫмерҙәре һәм «Минең йылдарым— минең байлығым» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ла ҡушылды. Үҫентеләр һатып алыуға аҡса ҡала бюджетынан бүленде.
Йәшел үҫентеләр ултыртыу буйынса ҙур экологик акция ҡалала апрель аҙағында башланды. Был ваҡыт эсендә яңы ваҡытлыса ҡарау изоляторы бинаһы эргәһендә 200 пирамида кеүек тирәк, «Туймазы һыу каналы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте янында – 20 ҡарағас һәм зәңгәр шыршы, Туймазы үҙәк район дауаханаһының Еңеү аллеяһында 15 зәңгәр шыршы ултыртылды. Ҙур ҡарағастар, миләштәр, тирәктәр һәм шыршылар үҙәк ҡала паркын биҙәне.
Туймазы ҡалаһының төҙөкләндереү бүлеге етәксеһе Ирек Шакировтың әйтеүенсә, быйыл ҡалала 2500 ағас ултыртыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика