05:51 (UTC+5), 16 Мая 2017

Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көнө уҙҙы

Гөлсәсәк Ханнанова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Санкт-Петербургтағы Рәсәй этнография музейында башҡорт мәҙәниәте көнө уҙҙы. Сараны Рәсәй этнография музейы, Санкт-Петербургтағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу комитеты, «Башҡортостан» мәҙәни үҙәге» Санкт-Петербург төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Санкт-Петербургтағы башҡорт милли-мәҙәни автономияһы, «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһы, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, Санкт-Петербургтың Милләттәр йорто ойошторҙо. Унда Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров, Санкт-Петербург Хөкүмәтенең Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу комитетының милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм дәүләт программаларын координациялау бүлеге белгесе Андрей Фролов, Санкт-Петербургтың Милләттәр йорто директоры Елена Кузнецова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Алһыу Сирғәлина рәсми ҡунаҡтар булды.
Көн дауамында музейҙың залында тыуған төйәгебеҙҙең гүзәллеге, башҡорт халҡының мәҙәниәте хаҡында фильм күрһәтелде, бәйләү, ҡорама ҡорау, сәйлән үреү, сигеү, традицион стилдә сувенирҙар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды, музей экспозициялары буйлап экскурсиялар ойошторолдо. Санкт-Петербургтағы «Ирәндек», «Аманат» башҡорт ижади коллективтары, Өфөнән килгән артистар фольклор концерты менән сығыш яһаны.
Башҡорт мәҙәниәте көнө барышында шулай уҡ Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы үтте. Унда 178 делегат ҡатнашты. Ҡоролтайҙа Санкт-Петербургтағы башҡорт берекмәләрен берләштереү һәм берҙәм ойошма — Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары конгресын («Ҡоролтай») ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде. 18 кешенән торған башҡарма комитет, уның аппараты һайланды, резолюция ҡабул ителде. Ҡоролтай рәйесе — Шамил Моталов, уның беренсе урынбаҫары — Люция Буканова, эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары — Камил Хәйруллин, мәғариф, башҡорт халҡының рухи мираҫы, киң мәғлүмәт саралары менән эшләү буйынса урынбаҫары — Эльвира Моталова, йәштәр сәйәсәте буйынса урынбаҫары — Нәзифә Иҫәнбаева. Төньяҡ баш ҡалала башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған «Башҡорт халҡының мәҙәни йолалары» түңәрәк өҫтәлендә «Эпос» театр-студияһының (етәксеһе — Александр Филимонов) «Урал батыр тураһында хикәйәт» спектакле күрһәтелде, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика