05:00 (UTC+5), 16 Май 2017

Республикала «Ҡурсаулыҡ урындары буйлап» төбәк-ара экологик марафон үткәрелә

Елена Колоколова
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәғәт биләмәләре йылында Башҡортостанда «Ҡурсаулыҡ урындары буйлап» төбәк-ара экологик марафон уҙғарыла. Ул Рәсәйҙә ҡурсаулыҡ системаһының 100 йыллығына арналған һәм 6-8 июндә халыҡ-ара экологик форум сиктәрендә үтә. Унда Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре, шулай уҡ Татарстан Республикаһы вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.
«Марафондың төп маҡсаттары – тәжрибә уртаҡлашыу, айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең ғәмәлдәге моделдәрен күрһәтеү. Иң яҡшы өлгөләр башҡа биләмәләрҙә ҡабатланасаҡ», — тип хәбәр итте Башҡортостан Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Марафонда ҡатнашыусылар өсөн профессионалдар, үҫеп килгән быуындарға иҫәпләнгән өс маршрут әҙерләнгән.
Тәүгеһе «Ирәмәл» тәбиғәт паркын, Көньяҡ-Урал ҡурсаулығын, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркын һәм «Башҡортостан» милли паркын биләй.
Икенсе маршрут марафонында ҡатнашыусыларға Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында, Көньяҡ-Урал ҡурсаулығында, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында һәм «Башҡортостан» милли паркында булырға тәҡдим ителәсәк.
Өсөнсө маршрут мәктәп уҡыусылары өсөн әҙерләнгән. Төрлө олимпиадаларҙа экологик дисциплиналарҙа яҡшы белемен күрһәткән 20 уҡыусы уҡытыусылары менән «Асылыкүл», «Ҡандракүл», «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт парктарының һәм «Башҡортостан» милли паркының матурлығын ҡарай аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика