06:34 (UTC+5), 16 Мая 2017

Республикала инвалид балалар өсөн «Ҡанатлы аттар» фестиваль-слеты бара

Республика иппотерапия үҙәге
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә мөмкинлектәре сикле балалар өсөн «Ҡанатлы аттар» фестиваль-слеты бара. Байрамды ойоштороусылар — Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм инвалид балалар өсөн республика иппотерапия үҙәге. Сара «Милләт йәшлеге» фондының «Сәләмәтлек артынан атҡа» социаль проекты сиктәрендә Рәсәйҙең Ҡатын-ҡыҙҙар союзы тарафынан бүленгән грант аҡсаһына үткәрелә. Проект церебраль фалиж менән ауырыған, терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған, күреү һәләте боҙолған, Даун синдромлы һәм аутизм диагнозлы балалар менән реабилитация дәрестәрен үҙ эсенә ала.
Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» йәмәғәт фонды хәбәр итеүенсә, фестивалдә республикалағы алты коррекция учреждениеларынан 500-ҙән ашыу бала ҡатнаша. Йәш спортсылар Йылайыр, Мәләүез, Ғафури һәм Илеш райондарынан килгән. Өфөләге 13-сө һәм 59-сы мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәре лә үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә. 15 майҙа интеллекты боҙолған һәм церебраль фалиж менән ауырыған балалар өсөн Ат спорты буйынса махсус олимпиада программаһы буйынса ярыштар үтте. Бөгөн бүләкләү тантанаһы планлаштырылған.
Сараның төп маҡсаты — иппотерапия менән шөғөлләнеү аша мөмкинлектәре сикле балаларҙы ат спортына һәм адаптив физик культураға йәлеп итеү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика