17:26 (UTC+5), 16 Май 2017

Башҡортостанда аномаль һалҡынлыҡ майҙың өсөнсө декадаһына тиклем дауам итәсәк

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Волга буйы федераль округы төбәктәрендә һәм Уралдың бер өлөшөндә аномаль һалҡынлыҡ майҙың өсөнсө декадаһына тиклем дауам итәсәк. Был хаҡта ТАСС хәбәр итә.
Тәүҙә Европа тигеҙлегендә, Үҙәк федераль округта булған һалҡын һауа массаһы Урал буйына һәм бер аҙ Уралға килеп етте. Һамар, Һарытау, Ульяновск, Пенза өлкәләрендә һауа температураһының төндә ике градусҡа тиклем һалҡын булыуы ихтимал. Ырымбур өлкәһендә һәм Башҡортостанда — -5 һәм -6 градусҡа тиклем.
Баш ҡалабыҙҙа 15 майҙа төндә температура рекорды ҡуйылды. Шуның менән бергә республиканың төньяҡ өлөшөндә алты градусҡа тиклем һалҡын булды. Республика метеорологтары алдағы өс көндә һауа температураһының күтәрелеүен фаразлай.
Көндәрҙең һалҡын тороуы һөҙөмтәһендә Урал буйындағы күп кенә төбәктәрҙә йылытыу миҙгеле дауам итте йәки яңынан башланды. Һауа торошо арҡаһында Ижевскиҙа миҙгел тағы ла бер аҙнаға кисектерелә, тип хәбәр итте «Удмуртия коммуналь системалары» компанияһының матбуғат хеҙмәте. Түбәнге Новгородта һәм Ҡазанда — социаль учреждениеларға, Урал буйының баш ҡалаһында социаль өлкә биналарының 80 процентына һәм торлаҡ фондының өстән бер өлөшөнә йылылыҡ бирелде (балалар баҡсаларының 92 проценты һәм мәктәптәрҙең 89 проценты).
11 майҙан Ҡазанда ла балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм дауаханалар йылытыла башланы. Өфөнөң социаль учреждениелары, күрше төбәктәрҙәге коллегаларына ҡарап, ҡала хакимиәтенә йылылыҡ биреүҙе һорап ғаризалар ебәрә.
Бөгөн Өфө хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә «уҙған аҙнала ҡала халҡынан йорттарға йылы биреүҙе һорап байтаҡ мөрәжәғәттәр килеүе» билдәләнде. Фатирҙарға йылы биреү механизмы бар, ләкин ул ниндәйҙер сәбәп буйынса эшләмәй. Ҡаланың тейешле хеҙмәттәренә хәлде асыҡларға һәм һығымталар яһарға ҡушылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика