07:58 (UTC+5), 16 Мая 2017

Баш ҡалала Рәсәй һәм Азербайжан юғары уҡыу йорттары ассоциацияһының форумы уҙасаҡ

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 18-19 майҙа Өфөлә Рәсәй һәм Азербайжан юғары уҡыу йорттары ассоциацияһының II форумы уҙа. Сарала төбәктәр үҫешендә университеттарҙың роле, университеттар үҫешендә төп фактор булараҡ юғары уҡыу йорттарының халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге, вуздарҙың халыҡ-ара һәм милли рейтингтарҙа ҡатнашыуы кеүек йүнәлештәрҙе тикшереү күҙаллана. Форум программаһында «Университет — төбәк иҡтисадын үҫтереү драйверы: Рәсәй һәм Азербайжан тәжрибәһе» тигән түңәрәк өҫтәл ҡаралған. Унда түбәндәге һорауҙар тикшереләсәк: төбәк үҫешендә университеттарҙың роле – төбәк власын, эшҡыуарлыҡ йәмғиәтен һәм юғары уҡыу йорттарын күреү; вуздарҙың социаль яуаплылығы; дәүләттәрҙең университет ҡеүәттәрен файҙаланып, «йомшаҡ көс» механизмын ҡулланыу.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, Рәсәйҙең һәм Азербайжандың юғары уҡыу йорттары халыҡ-ара мәғариф саҡырыу ҡағыҙына индерелгән – уларҙы белем биреүҙең сифаты һәм халыҡ-ара программалар, сит ил студенттарын уҡытыуға квоталарҙың үҙҡиммәте, халыҡ-ара мәғариф баҙарында бюджетлы танытыу алымдары һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә башҡа мөһим мәсьәләләр араһында тигеҙлекте үтәү борсой.
Форум эшендә Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы, Азербайжан Республикаһының Мәғариф министрлығы вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары – Рәсәй-Азербайжан университеттары ассоциацияһы, конкурс һайлауының тәүге ағымында үткән Рәсәй терәк университеттары, минераль-сеймал вуздарының консорциум университеттары, Каспий буйы илдәренең дәүләт университеттары ассоциацияһы юғары уҡыу йорттары ағзалары ҡатнашасаҡ.
Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй-Азербайжан университеттары ассоциацияһы һәм Милли кадрҙар әҙерләү фонды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика