14:03 (UTC+5), 15 Май 2017

Төбәктә «Туҡта СПИД» акцияһы барышында ВИЧ инфекцияһына бушлай һәм аноним рәүештә анализ тапшырырға мөмкин

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан «Туҡта ВИЧ/СПИД» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Сара Халыҡ-ара ошо ауырыуҙан вафат булғандарҙы хәтерләү көнө уңайынан ойошторолған (быйыл — 21 майҙа). Уның төп маҡсаты — иммун системаһы дефициты вирусы хаҡында һөйләү, сир хәүефен кәметеү.
Республикала акция барышында ВИЧ инфекцияһына тиҙ, бушлай һәм аноним рәүештә анализ тапшырырға мөмкин. Һөҙөмтәләр 15 минуттан һуң әҙер була. Мөрәжәғәт иткән һәр кешегә консультация бирелә. Шулай уҡ ВИЧ-инфекцияһы һәм СПИД, ВИЧ менән зарарланыу хәүефе тураһында белгестәр менән кәңәшләшергә, инфекцияны иҫкәртеү буйынса әҙәбиәт алырға була, тип хәбәр иттеләр республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәгендә.
15 майҙан 6 июнгә тиклем Күмертауҙа, Мәләүездә, Салауатта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Стәрлетамаҡта, Белоретта, Бөрөлә, Учалыла, Бәләбәйҙә, Туймазыла ошондай саралар ойошторола. Һәр ҡалала программала атҡаҙанған спорт мастеры, һигеҙ тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Оксана Савченко менән осрашыу ҡаралған. Һуңынан рэп-төркөмдөң концерты һәм фотосессия була.
Өҫтәмә мәғлүмәтте (347) 251-32-23 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика