02:30 (UTC+5), 15 Мая 2017

Мәскәүҙә Башҡортостан вәкилдәре ислам белемен үҫтереү буйынса ултырышта ҡатнашты

Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙә Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева ислам тарихын һәм мәҙәниәтен тәрән белгән белгестәр әҙерләүҙе тәьмин итеү йәһәтенән саралар планын үтәүҙе ойоштороу һәм контролдә тотоу буйынса эшсе төркөм ултырышын уҙғарҙы.
Ултырышта ошо саралар планын тормошҡа ашырыусы юғары уҡыу йорттары – Мәскәү дәүләт университеты, Санкт-Петербург дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Ҡазан федераль университеты, Пятигорск дәүләт университеты, шулай уҡ юғары дини белем биреү ойошмалары ҡатнашты. Башҡортостандан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин, Мосолман мәғарифын үҫтереүҙең ведомство-ара ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Данияр Абдрахманов, Рәсәй Ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов сығыш яһаны.
Ултырыштың көн үҙәгендә 2014-2016 йылдарҙа ислам тарихын һәм мәҙәниәтен тәрән белгән белгестәр әҙерләүҙе тәьмин итеү йәһәтенән саралар планын үтәү йомғаҡтары һәм 2017 йылда саралар планын ғәмәлгә ашырыу хаҡында мәсьәлә торҙо.
Үҙ сығышында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин проектты бойомға ашырыуҙың мәғариф һәм социаль һөҙөмтәләрен атаны, стратегик үҫеш йүнәлештәрен билдәләне. 2008 йылдан ошо проектты тормошҡа ашырған Башҡорт педагогия университетының эшмәкәрлеге юғары баһаланды. Педагогия университеты уҙғарасаҡ алдағы саралар араһында – «Йәштәр араһында экстремизм һәм терроризм идеологияһы таралыуға ҡаршы эш итеү» ғилми-ғәмәли конференцияһы 24 майҙа Өфөлә уҙа, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт педагогия университетында.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика