07:39 (UTC+5), 15 Мая 2017

БДУ студенты Бөтә Рәсәй иҡтисад буйынса эштәр конкурсының төп призын яуланы

Башҡорт дәүләт университеты сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты студенты Тимур Хәлимов М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Мәскәү иҡтисад мәктәбе һәм Олег Дерипасканың «Ирекле Эш» фондының иҡтисад буйынса студент эштәренең I Асыҡ Бөтә Рәсәй юғары уҡыу йорттары конкурсының төп призын — «Иҡтисад теорияһы һәм хәҙерге Рәсәйҙең проблемалары» йүнәлеше буйынса Мәскәү дәүләт университетының Мәскәү иҡтисад мәктәбе магистратураһында белем алыу өсөн ике йыллыҡ грант отто.
Уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, тиҙҙән ул Башҡорт дәүләт университетында «Иҡтисад» йүнәлеше буйынса бакалавр дипломын аласаҡ һәм яңы уҡыу йылын Мәскәүҙә башлаясаҡ.
Һуңғы этап Мәскәүҙә үтте. Конкурста бөтә илдән 100-ҙән ашыу студент ҡатнашты. Финалда еңеү өсөн ситтән тороп ойошторолған турҙа иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 18 кеше көс һынашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика